Был венгр ризығын беҙ күптән яратып ашайбыҙ. Ашханаларҙа ла ул популяр. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, унан ҡалһа, совет осоронда артыҡ өҫтәмәләрһеҙ, кешегә файҙалы ғына ризыҡтар тәҡдим иттеләр. 1954 йылғы гуляш рецебы:Ингредиенттар:1. Һыйыр ите 700 грамм2. Башлы һуған 1 дана3. Томат пастаһы 3 өймәләм аш ҡалағы4. Һыу 800 миллилитр5. Аҡ май6. Көнбағыш майы7. Лавр япрағы8. Ҡара боросӘҙерләү:1. Башлы һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа көнбағыш майы өҫтәп ҡуябыҙ. 2. Ваҡ итеп туралған һыйыр итеп өҫтәп, 20 минут ҡыҙҙырабыҙ. 3. Иткә он һибәбеҙ ҙә тағы биш минут ҡыҙҙырабыҙ.4. Һурпа йә һыу ҡушылған томат пастаһын өҫтәйбеҙ.5. Тоҙ һибәбеҙ, лавр япрағы һәм ҡара борос өҫтәйбеҙ. 6. Һүрән утта сәғәт ярым һауыттың ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ.7. Ит бешкәс, плитәнән алабыҙ.8. Гуляшты өҫтәлгә картуф иҙмәһе менән бирергә була. Айрат Нрумөхәмәтов фотоһы.