Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Был - илебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән сараларҙың береһе. Әммә төп ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы – ныҡлы, өлгөлө парҙар. Юҡҡа ғына "Ныҡлы ғаилә - ил терәге" тип әйтмәйҙәр бит. Улар өлгөһөндә йәштәрҙе һәм киләсәк быуынды тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, оҙаҡ йылдар матур йәшәгән, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә бер-береһенә тоғро ҡалған ғаиләләргә иғтибарҙы арттырыу мөһим. Бында матур ғаиләләр Саҡмағош районында ла күп. Мәҫәлән, Кәшәк ауылынан Рәзинә Ғилем ҡыҙы менән Фәүиз Ғилемйән улы Камаевтар ошо көндәрҙә үҙҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләне. Камаевтар 1964 йылда ғаилә ҡорған. Бына инде 60 йыл дауамында улар мөхәббәттә һәм татыулыҡта ғүмер кисерә. Ғаилә башлығы 32 йыл юл хеҙмәтендә – грейдерсы, Рәзинә апай оҙаҡ йылдар колхозда эшләй. Бәхетле никахта алты бала тыуған, бөгөн ҡәҙерлеләре уңыштары менән ҡыуандыра. Рәзинә Ғилем ҡыҙы “Герой Әсә” миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн улар 11 ейәнсәрен һәм 11 бүлә-бүләсәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Ош