Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш эколог Күлтабан менән Өскүлде өйрәнгән

Сибай ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә уҡып, Балалар экология-биология үҙәгендә шөғөлләнгән Дмитрий П. Рәсәй асыҡ йәштәр һыу конкурсының төбәк этабында еңеү яулап, артабан барлыҡ һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, Рәсәй буйынса 18 уҡыусы менән берлектә ошо конкурстың суперфиналында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Конкурстың баһалама ағзалары иғтибарына Дмитрий “Башҡорт Урал аръяғының Күлтабан һәм Өскүл күлдәрен гидробиологик тикшереү” тип аталған фәнни-тикшеренеү эшен тәҡдим иткән. Был хеҙмәтендә ул күлдәрҙең төп характеристикаһын һәм уларға антропоген тәьҫир кимәлен тикшергән. Рәсәй асыҡ йәштәр һыу конкурсының суперфиналы 21 – 23 апрелдә Мәскәүҙә, Экология проекттары консалтингы институтында үтәсәк. Дмитрийға Башҡортостан данын уңышлы яҡлауын теләйбеҙ! Рәсәй асыҡ йәштәр һыу конкурсы 2003 йылдан алып үткәрелеп килә. Уның маҡсаты – уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йүнәлешендәге фәнни-тикшеренеү һәм проект эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү. Бындай саралар “Мәғариф” һәм “Экология” милли проекттары (национальный проект “Образование”, национальный проект “Экология”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты В.В. Путииндың май указдарына ярашлы раҫланды һәм ғәмәлгә ашырыла. Фото: education.bashkortostan.ru