Найти тему

Аллаһтың ҡайһы бер кәүниәт-булмыштағы аяттарҙы (мөғжизә, билге) һанап кит

176. Аллаһтың ҡайһы бер кәүниәт-булмыштағы аяттарҙы (мөғжизә, билге) һанап кит

Яуап: Ҡояш, Ай, йондоҙҙар, төн, көн, тауҙар, ағастар, хайуандар һәм башҡа.

Быға дәлил

Аллаһ әйтә وَمِن آياتِهِ اللَّيلُ وَالنَّهارُ وَالشَّمسُ وَالقَمَرُ لا تَسجُدوا لِلشَّمسِ وَلا لِلقَمَرِ وَاسجُدوا لِلَّهِ الَّذي خَلَقَهُنَّ إِن كُنتُم إِيّاهُ تَعبُدونَ "Төн менән көн, ҡояш менән ай– барыһы Аллаһтың мөғжизәләренән. Шуға күрә ҡояшҡа ла, айға ла сәждә ҡылмағыҙ. Сәждә ҡылығыҙ тик быларҙы барлыҡҡа килтергән Аллаһҡа ғына, әгәрҙә һеҙ тик Уға ғына ҡолсолоҡ (ғибәҙәт) ҡылған булһағыҙ" (Фуссыләт сүрәһе, 37-се аят).

Аллаһ әйтә وَمِن آياتِهِ خَلقُ السَّماواتِ وَالأَرضِ وَما بَثَّ فيهِما مِن دابَّةٍ وَهُوَ عَلى جَمعِهِم إِذا يَشاءُ قَديرٌ "Күктәрҙең һәм Ерҙең барлыҡҡа килтереүе һәм шул Күктәрҙә һәм Ерҙә төрлө хайуан-йән эйәләрен таратыуында Аллаһтың Ҡөҙрәтенә аят-билгеләр бар. Һәм шул бөтә мәхлүктәрҙе бер урында (Ҡиәмәт көнөндә) йыйырға Аллаһ Ҡөҙрәтлелер". (Әш-Шураа сүрәһе, 29-сы аят).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa