Найти в Дзене

Ҡөрьән ғәрәп йәки башҡа телдәме?

178. Ҡөрьән ғәрәп йәки башҡа телдәме?

Яуап: Ҡөрьән тик ғәрәп телендә генә. Быға дәлил

Аллаһ әйтә إِنّا جَعَلناهُ قُرآنًا عَرَبِيًّا لَعَلَّكُم تَعقِلونَ "Ысынлыҡта, Беҙ был Ҡөрьәнде ғәрәп телендә иттек, бәлки һеҙ быны аңларһығыҙ". (Әз-Зухруф сүрәһе, 3-се аят).

Аллаһ әйтә نَزَلَ بِهِ الرّوحُ الأَمين ُ۝ عَلى قَلبِكَ لِتَكونَ مِنَ المُنذِرين َ۝ بِلِسانٍ عَرَبِيٍّ مُبينٍ "193. Ҡөрьән менән Рухул Амиин Джибриил төштө. 194. Һин өгөтләүселәрҙән булһын өсөн йөрәгеңә 195. Ҡөрьән асыҡ ғәрәп телендә төшөрөлдө". (Әш-Шүғара сүрәһе, 193-195-се аяттар).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa