Былтыр ғинуар айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссияға эш сәфәре мәлендә “Беловежская пуща” милли паркынан бер нисә зубр алып ҡайтыу теләген белдерә. Белорус Президенты хакимиәте етәксеһе Юрий Назаров әңгәмә барышында зубрҙарҙың һаны артыуы, уларҙың ауыл хужалығы тармағына зыян килтереүе тураһында әйткәс, Радий Хәбиров ҡасандыр Башҡортостан биләмәһендә лә был хайуандарҙың йәшәүе, әммә кеше эшмәкәрлеге һәм тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе арҡаһында уларҙың республикала юҡҡа сығыуы тураһында һөйләй. Ошо һөйләшеүҙән һуң, Башҡортостанға ике тиҫтәгә яҡын зубр алып килергә ҡарар итәләр. Шунда уҡ эш төркөмө булдырыла. Унда Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡортостан буйынса ветеринария идаралығы, Россельхознадзор вәкилдәре инә. Белгестәр зубрҙарҙы ҡайҙа урынлаштырыу тураһында уйлана башлай. Бының өсөн өс урын һайлана: “Торатау” геопаркы, Стәрлебаш районындағы һунарсылыҡ хужалығы һәм