"Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Милләт йәшлеге" тигән сара ойошторолдо. Унда Рима Баталованың X йәмәғәт премияһы тантаналы шарттарҙа тапшырылды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары һәм башҡалар ҡатнашты. Шәфҡәтлелек фонды етәксеһе Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, бөгөнгө еңел булмаған тормошта ла ҡыҙ һәм егеттәргә шундай ҙур бейеклектәр яуларға этәргес биргән Рима Баталоваға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ысынлап та, спортсыларға ла, тренерҙарға ла мотивация бар. Спорт – ул һәр йәһәттән дә үҫеш өсөн шөғөл. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотланы. – "Милләт йәшлеге" йылдан-йыл киңерәк тарала бара, уны республикабыҙҙа ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә лә беләләр, – тине Ирек Сәғитов. – Унынсы тапҡыр үткәрелгән сараның Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына тура килеүе ҙур мәғәнәгә эйә. "Чемпион т