11-12 апрелдә Мәскәүҙә “Беҙ бергә. Спорт” конгрессия-күргәҙмә сараһы үткәрелә. Ул ғәҙәттәгесә “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә ойошторола. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы ҡатнаша. Йыл һайын бында власть органдары, спорт ойошмалары, медиа, эшҡыуарлыҡ мөхите вәкилдәре төп тармаҡ һәм дөйөм милли өҫтөнлөклө йүнәлештәр тураһында һөйләшеү, эшләү өсөн ҡатнаша. - Республика форумда үҙенең күргәҙмә экспозицияһын ҡуясаҡ. Форум барышында Башҡортостанға Пермь крайынан “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумының әләме тапшырыласаҡ. Шулай уҡ видеобәйләнеш режимында Өфөлә ике спорт объекты асыласаҡ, - тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығының сығышы көтәлә. Спорт – сәләмәтлек нигеҙе. Уны нығытыу маҡсатында үткәрелгән саралар иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и долгая жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булылыҡ итә. Фото, сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.