Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы ойошма барлыҡҡа килде

Башҡортостанда Ағас йорттар төҙөү буйынса ассоциация ойошторолдо. Был яңы ойошманың маҡсаты – республикалағы ошо йүнәлештәге бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың һөҙөмтәле үҫеше, көнәркәшлеккә һәләтлелеген үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Ассоциация ағас йорттарҙы, модулле каркас конструкциялар, тәҙрәләр етештереүсе һәм башҡа төҙөүселәрҙе берләштермәксе. Һөнәри берҙәмлек дәүләт менән тармаҡ вәкилдәре, архитекторҙар менән туранан-тура диалогты булдырырға ла ярҙам итәсәк. - Йыл һайын ағастан йорттар төҙөү күләме арта. Былтыр республикала 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың 62 проценты шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә тура килә. Был йүнәлеште үҫтереүҙе планлаштырабыҙ, шул иҫәптән ағас йорттарҙы төҙөү мөмкинлеге иҫәбенә лә, - тип белдерҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.