Бәләбәй районының Шаровка ауылында һөнәрле, матур ғаилә - Татьяна менән Александр Кривовтар менән танышыу форсаты тейҙе. Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Йәш саҡта Татьяна Васильевна кондитер булып эшләгән, Александр Васильевич Бәләбәй ҡалаһының 40-сы училищеһында уҡытҡан, иретеп йәбештереүсе лә булып эшләгән. Элек ҡалала йәшәһәләр ҙә, ауыл менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәгән. Ауыл тормошон яратабыҙ, ти улар. Ғаилә башлығы үҙенең оҫталығын әле лә онотмай. Хужалыҡта кәрәкле әйберҙәрҙе ул “һә” тигәнсә матур итеп тимерҙән эшләп ҡуя. Хужабикә картиналар яһай, күбеһендә уларҙа тәбиғәт күренеше һүрәтләнгән. Был ғаиләнең ихтирам уятҡан тағы ла бер шөғөлө бар. Улар окоп шәмдәре эшләй. - Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙәргә нисек ярҙам итергә була икән, тип оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, өйҙә ошо эшкә керештек. Тәүҙә кәрәкле әйберҙәрҙе үҙебеҙҙең аҡсаға алһаҡ, һуңынан ауылдаштар ҙа ярҙам итә башланы. Күмәк булғанда эш тағы ла ырай. Әле 2500 шәм оҙатылды, эште һаман дауам итәбеҙ, - тип һөйләне Кривовтар ғаиләһе. Автор фотолары.