7 апрелдә Ейәнсура районында Һарыбил – Ҡыуандыҡ автомобиль юлының 11-се кмлометрында булған авария фажиғәле тамамланған. Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 57 йәшлек ир “Альфа” мопедында “Киа Рио” автомобиленә юл бирмәгән. Ике транспорт бәрелеүе арҡаһында мопедтағы ир ашығыс медицина ярҙам килгәнгә тиклем үк һәләк булған. Мәғлүм булыуынса, ул мотошлем кеймәйенсә хәрәкәт иткән. Көндәр йылыныу менән юлдарҙа мотоцикл, электросамокат кеүек траснспорт саралары күбәйҙе. Был иһә юлда көсөргәнеште тағы ла арттыра. Бары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә генә фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Фото: https://t.me/bash_gibdd/6055