“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының үҫентеләр карантины белгестәре Өфө, Нефтекама, Яңауыл, Туймазы, Октябрьский, Мәләүез, Белорет, Сибай, Дүртөйлө, Бәләбәй ҡалаларында, Туймазы. Бүздәк, Илеш, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙағы орлоҡ һатҡан сауҙа үҙәктәрендә тикшереү үткәргән. Был сараның һөҙөмтәләре шаҡ ҡатыра. Дәүләт реестрында булмаған 500 төрлө сорт орлоҡ һатыуға сығарылған! Һатыусыларға иҫкәрмә эшләнгән. Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу миҙгел башлана. Ошо осор менән файҙаланып ҡалырға тырыша эшҡыуарҙар. Әммә юл буйҙарында, баҙарҙарҙа алынған орлоҡто алған баҡсасыларҙан ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетәһең: “Ҡаптарҙы асһаң, бер нисә бөртөк кенә һалынған, уларының да яртыһы шытып сыҡманы... Сәбәбе нимәлә икән?” Ана шулай алданмаҫ өсөн кәңәштәр. Светлана Дәүләтханова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы арономы: – Сифаты ГОСТ-ҡа тура килмәй. – Ҡаптың тышлығында орлоҡтоң нисек сәселергә тейешлеге күрһәтелмәгән йәки күрһәтелеп тә һеҙ уға иғтибар итмәгәнһегеҙ. – Ваҡыты үткән. Орлоҡ тултырылғандан һуң, улар ябай ҡағыҙ пакетта бер йыл, ә ҡурғашланғанында ике йыл һаҡланырға тейеш. – Барлыҡ агротехника ысулдары ҡулланылмаған. Нисек кенә булмаһын, мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы булыуы мөһим. Тик шулай ҙа матур һүрәтле ҡапта ятҡан орлоҡҡа ҡарап, уның сифатлымы, юҡмы икәнен ҡапыл ғына аңлап та булмай. Ҡайҙалыр яңы кибет асылған, унда осһоҙораҡ, тип алданмағыҙ. Өйрәнгән урындан һатып алырға тырышығыҙ. Әгәр инде киреһенсә ҡыйбатлыраҡ орлоҡтар алырға уйлаһағыҙ, чек һәм квитанцияһын һаҡлағыҙ. Түбән сифатлы булған осраҡта, һеҙ уны магазинға кире ҡайтарып бирә алаһығыҙ. Уңайһыҙ тип тормағыҙ, һатыусынан орлоҡ сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттары менән бер рәттән ваҡ хәрефтәр менән яҙылған мәғлүмәткә лә күҙ һалығыҙ. F1 — беренсе рәт гибриды, F2 — икенсе рәт гибриды. «Гибрид» тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, уның ГМО менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Киреһенсә, бындай орлоҡтар мул уңыш биреү менән бер рәттән ауырыуҙарға ла тотороҡло. Ҡыйбат, тимәк, сифатлы, тип уйлап орлоҡ етештереүсе фирмаларҙың тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ. Мәҫәлән, дражелы йә таҫмалы орлоҡ сәсеүгә еңелләштерһә лә, уның саманан тыш хаҡы үҙен аҡламай, - ти белгес.