Найти в Дзене

Дәртләнеп эшкә тотонған

Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифмир Зарипов ҡатнаша. Рифмир Ғәлимйән улы 2022 йылдың майынан Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй башлаған. Ошо ҡыҫҡа ике йыл дауамында байтаҡ эштәр башҡарыуға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, “Атайсал” проекты сиктәрендә дүрт шишмәне төҙөкләндергәндәр – Буровой, Таш ҡойо, Туҡмаҡ, Ғәбсатыр шишмәләрен. Төҙөкләндереүгә лә иғтибар ҙур. Оло Өстүбә ауылында зыярат кәртәһен алмаштырғандар, Батырша-Ҡобау ауылында һыу ҡыуыу ҡоролмаһы бинаһын төҙөгәндәр. Кәпәй-Ҡобау ауылында В.И. Лениндың һәйкәлен ремонтланғандар. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң беҙҙең ауыл биләмәһенә “Урал” янғын һүндереү автомобилен тапшырҙылар. Өс сүплекте бөтөрөү буйынса эштәр башҡарыла, – тип уртаҡлашты Рифмир Ғәлимйән улы. Былтыр район һабантуйында әүҙем ҡатнашып, икенсе ур

Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифмир Зарипов ҡатнаша. Рифмир Ғәлимйән улы 2022 йылдың майынан Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй башлаған. Ошо ҡыҫҡа ике йыл дауамында байтаҡ эштәр башҡарыуға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, “Атайсал” проекты сиктәрендә дүрт шишмәне төҙөкләндергәндәр – Буровой, Таш ҡойо, Туҡмаҡ, Ғәбсатыр шишмәләрен. Төҙөкләндереүгә лә иғтибар ҙур. Оло Өстүбә ауылында зыярат кәртәһен алмаштырғандар, Батырша-Ҡобау ауылында һыу ҡыуыу ҡоролмаһы бинаһын төҙөгәндәр. Кәпәй-Ҡобау ауылында В.И. Лениндың һәйкәлен ремонтланғандар. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң беҙҙең ауыл биләмәһенә “Урал” янғын һүндереү автомобилен тапшырҙылар. Өс сүплекте бөтөрөү буйынса эштәр башҡарыла, – тип уртаҡлашты Рифмир Ғәлимйән улы. Былтыр район һабантуйында әүҙем ҡатнашып, икенсе урын алғандар. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, муниципаль этапта беренсе урын яулағандар һәм конкурстың республика этабында Бүздәк районы исеменән сығыш яһағандар. Һөҙөмтәһе 25 апрелдә билдәле буласаҡ. – Конкурс үткәрелгән ваҡытта халыҡ берләшә, инициатива күрһәтә, үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, – тип белдерҙе Рифмир Зарипов. Рифмир Ғәлимйән улы дәртләнеп эшкә тотонған, киләсәктә лә ҙур уңыштарға өлгәшеүен, барлыҡ изге уй-хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ. Фото: Рифмир Зариповтың ғаилә альбомынан.