Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө бурыс булып торғаны барыбыҙға ла билдәле. Был эш бөтә йүнәлештәр буйынса ойошторолған, барлыҡ власть органдары һәм муниципалитет хакимиәттәре йәлеп ителгән. Ике йылдан ашыу барған хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итмәгән, еңеүҙе үҙ көстәре менән яҡынайтырға теләмәгән бер генә ойошма ла юҡ бөгөн республикала. Башҡортостан әлеге мәлгә яу яланына 120-се гуманитар конвойҙы оҙатһа, йылы миҙгелдәргә ярашлы әле күпме ярҙам йыйылыу өҫтөндә. Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Мәктәп уҡытыусылары һәм ата-әсәләр иғәнә йыйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бензобысҡы һәм уға яраҡлы май, башҡа ҡорамалдарын һатып алды. Әйткәндәй, был балалар музыка мәктәбенең берҙәм ижади педагогик коллективы ҡулында бөгөн 400-ҙән ашыу уҡыусы музыкаль белем ала. Улар дүрт һөнәр буйынса уҡый: фортепиано, ҡыллы инструменттар, тынлы инструментта