16 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктә ташҡынға бәйле хәл һәм алдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек. Марат Латипов Башҡортостанда тотороҡло хәл һаҡланыуы хаҡында һөйләне. 16 апрелгә Ағиҙел, Дим һәм Оло Ыҡ йылғаларында һыуҙың бер аҙ күтәрелеүе билдәләнә. Белорет районының Ар ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә туғыҙ сантиметрға артҡан. Шишмә районының Бочкаревка ауылы янында Дим йылғаһында һыу тәүлек эсендә 24 сантиметрға күтәрелгән. Эҫем, Инйәр һәм Әй тау йылғаларында һыу кимәле иң юғары күрһәткестәргә еткән. Бәләкәй дала йылғаларында иһә уларҙың кимәле кәмеүен билдәләйҙәр. Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстары һыу тултырыу режимында, ә Нөгөш һыуһаҡлағысы һыу ағыҙыу режимында эшләй. Павловка һыу һаҡлағысының эш графигына ярашлы, Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында максималь кимәлдәге прогноз 21-23 апрелгә фара