Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ришат Төхвәтуллинды нимәлә ғәйепләйҙәр?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йыр сәнғәтенең иң матур парҙарының береһе - Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллин ошо арала атай-әсәй булырға йыйына. Әлиәне бала табыу йортона һалғандар. Ә Ришат үҙе ике аҙналыҡ гастролдәргә юлланған. Тап ошо йырсыны ғәйепләүгә төп сәбәп булған да инде. Күптәр Ришат Төхвәтуллинды ауырлы ҡатынын иң яуаплы осорҙа яңғыҙ ҡалдырыуҙа ғәйепләй. Йырсыны гастролдәрен күсерә алмауҙа ла тәнҡитләйҙәр. "Әлиәне иң яуаплы аҙнала яңғыҙ ҡалдырырға ҡурҡмайһығыҙмы?" - тип ҡыҙыҡһынған социаль селтәрҙәге дуҫтарының береһе. "Ҡурҡам, әлбиттә", - тип яуап биргән уға Ришат Төхвәтуллин. Йырсы тыуасаҡ балаһының әле ҡыҙмы, малаймы булыуын белмәй, әлегә тиклем исем һайламауҙарын да әйткән. "Баланы ҡулыбыҙға алғас, исеме шунда уҡ күңелгә килер тип уйлайым", -тигән ул. Нисек кенә булмаһын, сабый иҫән-һау тыуһын! Фото: ирекле сығанаҡтан.