Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булды. Республикалағы башҡа мәсеттәрҙәрҙәге кеүек, бында ла Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрам айҡанлы ғәйет намаҙы уҡынылар, вәғәз һөйләнеләр. Уны юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны. Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән тәбрикләне, коллектив намаҙ уҡыуҙа ҡатнашты һәм руханиҙар менән аралашты. “Хөрмәтле юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле туғандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был көндә туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ һаулығы өсөн доға ҡылабыҙ. Һәм, әлбиттә, Рәсәйҙе алғы һыҙыҡта һаҡлаған хәрбиҙәребеҙ өсөн. Улар өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыр тип ышанабыҙ. Һәләк булғандар, уларҙың туғандары һәм яҡындары өсөн доға ҡылабыҙ. Байлығыбыҙҙы арттырғандар, станок артында торғандар, дауалағандар, беҙҙе уҡытҡандар өсөн доға ҡылабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был көндә Президентыбыҙ сәләмәтлеге өсөн доға ҡылабыҙ. Б
Радий Хәбиров “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә ғәйет намаҙында булды
10 апреля 202410 апр 2024
1 мин