Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға ярҙам саралары хаҡында һөйләне. – Беҙҙең өсөн был - хәҙер төп бурыс. Республикала эште шундай итеп ҡорҙоҡ, беҙҙә, ысынлап та, мөһимерәк мәсьәлә юҡ. Был, тәү сиратта, яугирҙәргә ярҙам. Башҡортостандан байтаҡ егеттәр һуғыша, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә төбәктәр ҙә бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, шуға күрә үҙебеҙ ниндәй ярҙам саралары күрһәтә алыуыбыҙҙы барланыҡ. Ике йыл эсендә ярҙамға ете миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Был эштең нисек ойошторолоуы тураһында махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең һалдаттарҙың рухи таянысы булған рухани - Хәмзә хәҙрәт Хафизов менән аралаштыҡ. – Радий Хәбиров Владимир Путин менен осрашып, республикала киләһе биш йыллыҡҡа план ҡорҙо тип тә әйтергә була. Алдағы йылдар ҙа еңел булмаҫ кеүек. Әле Башҡортостан ҙур төҙөлөш майҙансығына оҡшаған, ҡайҙа ҡарама юлдар, күперҙәр, өйҙәр төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта республика әүҙем рәүештә махсус хәрби операция би
Башҡа өлкәләрҙән һалдаттар аптырай ҙа, ғәжәпләнә лә
10 апреля 202410 апр 2024
3 мин