Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шағирҙар, бәйгелә ҡатнашығыҙ!

“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы Стәрлетамаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының Стәрлетамаҡ бүлексәһе менән берлектә яҡташыбыҙ, шағир, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир Валентин Волочаев исемендәге “Беҙ бергә” асыҡ ҡала шиғри конкурсын иғлан итә. Шиғри бәйгелә алты йәштән алып Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм унан ситтә йәшәгән һәүәҫкәр шағирҙар (БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы булмаған) ҡатнаша ала. Әҫәрҙәр махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусы яугирҙәргә, һәләк булған батырҙарға арналырға тейеш. Эштәр 2024 йылдың 19 апреленә ҡәҙәр (һуңғы ҡабул итеү көнө, 17:00 сәғәткә тиклем) өс телдә (башҡортса, русса, татарса) AshkadarGazite@yandex.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Шиғырҙарҙы БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзалары, профессионал шағирҙар баһалай. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнә, шулай уҡ жюри махсус номинация булдыра ала. Иң яҡшы тип табылған эштәр матбуғат биттәрендә донъя күрәсәк, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Бүләкләү тантанаһы 25 апрель 15:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәгендә (адресы: Дуҫлыҡ урамы, 37А) уҙғарыла. Эштәрҙе мотлаҡ күрһәтелгән электрон адресҡа ғына ебәреү һорала. Конкурстың Положениеһы “Ашҡаҙар” гәзитенең электрон сығанаҡтарында беркетелгән. Белешмә өсөн телефон: +7 987 601-14-18 (Гөлнара Турабай ҡыҙы Зәйнетдинова). Белешмә: шиғри конкурс “Ашҡаҙар” гәзитенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналған “Беҙ бергә” мәҙәни-спорт фестивале сиктәрендә үтә. Фестиваль шулай уҡ көрәш һәм шахмат буйынса турнирҙар, йәш быуын менән махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”де үҙ эсенә ала. Фестиваль ағымдағы йылдың апрель айында үтә. Валентин Волочаев махсус хәрби операция башланғанға ҡәҙәр ҡалала йәшәй, Башҡортостан сода компанияһында эшләй, йәш сағынан шиғырҙар яҙа, бейеү менән шөғөлләнә, ҡатыны Янина Волочаева менән өс балаға ғүмер бирәләр. Махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән А.Доставалов исемендәге батальон составында тәүге айҙарҙа уҡ ҡушыла. Ҡаты яраларҙан һуң 2022 йылдың 7 октябрендә батырҙарса һәләк була. Уның исеме Стәрлетамаҡта мәңгеләштерелә. “Беҙ бергә” шиғри конкурсы ҡәләм тирбәлтеүселәр араһында һәләтле авторҙарҙы асыҡлау, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡарата хөрмәт арттырыу һәм һәләк булған яугирҙәр исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола. Бәйгелә ҡатнашығыҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Ашҡаҙар" гәзите.