Ураҙа байрамын билдәләү менән бәйле медицина ойошмалары түбәндәге график буйынса эшләй. Травмпункттар республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында, Өфөлә 5-се, 8-се, 21-се, Дим районы ҡала клиник дауаханаларында, Республика балалар клиник дауаханаһында тәүлек әйләнәһенә пациенттарҙы ҡабул итә. Офтальмолог ярҙамынан 8-се һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында файҙаланырға мөмкин. 10 апрелдә поликлиникалар шәмбе графигы буйынса 8.00 - 17.00 сәғәттә пациенттарҙы ҡабул итә. Дарыуханалары үҙҙәре билдәләгән график буйынса эшләй. Стационар шарттарҙа махсуслашҡан медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә. Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.