Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хуш, хәйерле Рамаҙан!

Көтөп алған Рамаҙан айыбыҙ бөгөн ҡояш байыу менән тамамланды. Иртәгә - Ураҙа ғәйете. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ! Ураҙа ғәйетенең сөннәттәрен тәҡдим итәбеҙ: * Мөмкин тиклем иртәрәк торорға (асылда был төндөң байтаҡ өлөшөн ғибәҙәттә үткәрергә кәрәк); * Баштан-аяҡ йыуынырға (ғөсөл алырға); * Хушбуй (спиртһыҙ, хәләл) һөртөнөргә; * Булған кейемегеҙ араһынан Ислам талаптарына яуап биргән иң яҡшыһын кейергә; * Байрам намаҙына сығыр алдынан татлы берәй нәмә (мәҫәлән, финик) ашарға; * Ғәйет намаҙына тиклем мохтаждарға фытыр саҙаҡаһын таратып өлгөрөргә; * Байрам намаҙы башҡарылған урынға мөмкин тиклем иртәрәк килергә;* Мөмкин булһа, ғәйет намаҙына йәйәү барыу яҡшыраҡ; * Барған саҡта юлда даими тәкбирҙәр ("Аллаһу әкбәр" тип) әйтергә. Оло ғәйет мөбәрәк булһын! Аллаһ Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын, ғаиләләребеҙ, илебеҙ имен булһын, иншаллаһ! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.