Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Орскиҙы һыу баҫҡан, Ырымбур ҡурҡыныс аҫтында...

5 апрелдә Орск ҡалаһында дамба асылыуы сәбәпле, Ырымбур өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы. Һыу Орск ҡына түгел, шулай уҡ Ырымбур ҡалаһына ла инде. Уның янындағы Урал йылғаһы киҫкен билдәгә яҡынлаша, 9 апрелдең 14 сәғәтенә ҡарата һыу кимәле 906 сантиметрға тиклем күтәрелгән. Ҡаланың Ленин районында күп ҡатлы йорттарға һыу яҡынлаша. Республиканың Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күршеләргә ярҙам итергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Костантин Толкачев та был ғәрәсәт хәлгә ҡарата фекерен әйтте. – Ырымбур өлкәһенең Закондар Сығарыу Йыйылышы рәйесе Сергей Грачев менән шылтыратып һөйләштек. Белеүегеҙсә, күршеләребеҙ ташҡындан ныҡ зыян күргән. Хәл бик етди, Урал йылғаһы кимәле күтәрелеүен дауам итә, Орск һыу аҫтында ҡалған, Ырымбур ҡурҡыныс аҫтында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт кеше ҡорбандарына килтергән. Депутаттар исеменән зыян күреүселәрҙең бөтә ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуыбыҙҙы белдерҙем. Ырымбур парламентарийҙары халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеүгә әүҙем ҡушылған. Беҙ шулай уҡ ярҙам күрһәтеүҙә көстәрҙе координациялау тураһында һөйләшеп килештек. Хәҙер беренсе мәсьәлә – эсәр һыу. Килешеү сиктәрендә бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары иҫәбенә Красноусолдан биш литрлыҡ менән мең шешә оҙатабыҙ. Шулай уҡ хәлде даими күҙәтеү һәм ярҙам форматтары тураһында һөйләшеп килештек, – тине Константин Толкачев. Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин пленар ултырыш барышында Ырымбур өлкәһендәге ташҡын хәле тураһында һөйләгәндә, профилле комитеттар ситтә торорға тейеш түгел, ә башҡа төбәктәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алырға тейеш, тип белдерҙе. – Экология буйынса комитет етәксеһе Дмитрий Кобылкин, зыян күргән төбәктән хеҙмәттәштәр-депутаттар, шул иҫәптән Виктор Заварзин (“Берҙәм Рәсәй”), Олег Димов (“Берҙәм Рәсәй”), Нина Останина (КПРФ) һәм башҡа депутаттар, ҡарарҙы көтмәйенсә, үҙҙәренең һайлау округтарына, тыуған өлкәһенә юлланды. Кешеләргә ярҙам итәләр, аныҡ проблемаларҙы хәл итәләр, – тип хәбәр итте Дәүләт Думаһы Рәйесе. Ул шулай уҡ, профилле комитеттар төбәккә сәфәр йомғаҡтары буйынса ошондай хәлдә үҙҙәренең закондар сығарыу ҡарарҙарын тәҡдим итергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фото: скриншот.