Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Унда республика үҫеше өсөн мөһим булған бик күп мәсьәләләр күтәрелде. Шулай уҡ Президент Радий Фәрит улының икенсе срокка һайлауға барыуын хупланы. Был турала үҙ фекере менән Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов уртаҡлашты. – Ил Президенты Владимир Путиндың 2024 йылдың сентябрендә Радий Фәрит улы Хәбировтың һайлауҙа ҡатнашыуын хуплауы – Башҡортостан халҡы, һәм, әлбиттә, үҙ сафында 1700-ҙән ашыу ағзаны берләштергән Башҡортостандың Журналистар берләшмәһе өсөн изге билдә. Һуңғы йылдарҙа Радий Фәрит улының Башҡортостан Башлығы вазифаһында эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре асыҡ күренә, республикабыҙ тураһында бар донъя Рәсәйҙең иҡтисади көслө һәм сәскә атыусы төбәге булараҡ белде. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең батальондар хәрбиҙәре батырҙарса алыша, был да уның ҡаҙанашы. Етәксе улар хаҡында атайҙарса хәстәрлек күрә. Беҙ ҙә, журналистар, ысын хәстәрлек тоябыҙ. Радий Фәрит улы башланғысы буйынса йыл һайын үткәрелгән "Медиайыйын" киң мәғлүмәт саралары форумы ла быны тағы бер тапҡыр раҫлай. Артабан да шулай әүҙем һәм уңышлы эшләр өсөн уға һаулыҡ һәм көс теләйем! – тине ул. Фото: "Башҡортостан" гәзите.
Президенттың Радий Хәбировтың һайлауҙа ҡатнашыуын хуплауы – изге билдә
9 апреля 20249 апр 2024
1 мин