Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Үткәндәргә тамсы ла үкенесем юҡ"

Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәхмәтулла Ғәлиуллин 100 йәшен билдәләгән. Ғәлиулла Тимерйән улы 1924 йылда тыуған, 1942 йылда армияға алынған. Һалдатты бер нисә йылдан пехота ғәскәрҙәренә алғандар. Шуныһы, Рәхмәтулла Ғәлиуллин һөжүм итеүселәр төркөмөндә булған. Ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, госпиталдә дауаланып сыҡҡас, һалдат тағы ла фронтҡа ашыҡҡан. Әйткәндәй, ул мина эҙләүгә уҡып сыҡҡан һәм күптәрҙе үлем тырнағынан ҡотҡарған. Ғәлиулла Тимерйән улы Суфия Ғәзизулла ҡыҙына өйләнгән, улар өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Быйыл бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулған. – Яҙмышыма рәхмәтлемен, үткәндәргә тамсы ла үкенесем юҡ, – ти Рәхмәтулла Ғәлиуллин. Фото: Уфа online