Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға ярҙам саралары хаҡында һөйләне. – Беҙҙең өсөн был хәҙер төп бурыс. Республикала был эште шундай итеп ҡорҙоҡ, беҙҙә, ысынлап та, мөһимерәк мәсьәлә юҡ, тип билдәләнек. Был тәү сиратта яугирҙәргә ярҙам. Башҡортостандан байтаҡ егеттәр һуғыша, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә төбәктәр ҙә, беҙ бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, шуға күрә үҙебеҙ ниндәй ярҙам саралары күрһәтә алыуыбыҙҙы ҡараныҡ. Ике йыл эсендә ярҙамға 7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Былар барыһы ла аныҡ эштәр. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә йәмғеһе 39 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Ярҙам комплекслы күрһәтелә, шуның менән бергә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына айырым иғтибар бүленә. Шулай итеп, 4 838 бала балалар баҡсаһына, 3 890 бала түңәрәктәргә бушлай йөрөй. 5-11-се кластарҙағы 5 427 уҡыусы һәм колледждарҙағы 987 студент бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, 3,9 мең МХО