Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылының мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Серле кейеҙ" коллективы йөндән билбауҙар баҫа башланы. Был хаҡта ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Сурина хәбәр итә. "Махсус хәрби операциялағы егеттәргә йөндән баҫылған билбауҙарҙы тейешенсә әҙерләп бөтөп, күстәнәскә шоколадтар һалып төйнәп ҡуйҙыҡ. Теләүғолова Миңзилә , Сурина Нурсиә, Ямалетдинова Фирҙәүес, Теләүғолова Флорида, Мөхәмәтова Баныу, Мөхәмәтйәрова Фәнидә, Сурина Гөлназ был эште тырышып башҡарҙы. Эшебеҙҙе өйрәнеп алғансы килеп тыуған төрлө ҡатмарлыҡтар туҡтата алманы оҫтабикәләрҙе. Беҙ был эште еңеп сыҡтыҡ, егеттәр ҙә тиҙ арала еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!"- тигән ул. Афарин, Вәзәм уңғандары! Фото һәм сығанаҡ: "Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубы" төркөмөнән