Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Илебеҙҙең ысын патриоты

Бынан йыл ярым элек, Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация башланғас, ил халҡы баҙап ҡалды. Һуғыш беҙгә бер ҡасан да ҡағылмаҫ кеүек булһа ла, уның яҡынлашыуын аңланыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең ир-аттарға өлгө күрһәтеп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та ҡулына ҡоралды алды. Уның был аҙымы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе лә, һоҡландырҙы ла. Ул үҙенең эшен, ғаиләһен, бәләкәй балаларын ҡалдырып, билдәһеҙлеккә юлланды. Башҡортостанда үҙен яҡшы етәксе, бына тигән ойоштороусы итеп күрһәтеп өлгөргән йәш сәйәсмән махсус хәрби операция биләмәһендә лә баҙап ҡалманы, әлбиттә. Шунда уҡ барлыҡ ойоштороу эштәрен үҙ ҡулына алды. Азат Бадранов “унда” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күҙе лә, ҡулы ла, ҡолағы ла булды. Урында беҙҙең яугирҙәрҙең бөтә мәсьәләләре хәл ителде, шул уҡ ваҡытта бында Башҡортостанда ҡалған ғаиләләр менән дә әүҙем эш алып барылды. Аҙаҡ ил кимәлендә өлгөлө тип танылған ярҙам саралары булдырылды. Быларҙың бөтәһенә лә Азат Шамил улының ҡағылышы бар. Һәм бына

Бынан йыл ярым элек, Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация башланғас, ил халҡы баҙап ҡалды. Һуғыш беҙгә бер ҡасан да ҡағылмаҫ кеүек булһа ла, уның яҡынлашыуын аңланыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең ир-аттарға өлгө күрһәтеп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та ҡулына ҡоралды алды. Уның был аҙымы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе лә, һоҡландырҙы ла. Ул үҙенең эшен, ғаиләһен, бәләкәй балаларын ҡалдырып, билдәһеҙлеккә юлланды. Башҡортостанда үҙен яҡшы етәксе, бына тигән ойоштороусы итеп күрһәтеп өлгөргән йәш сәйәсмән махсус хәрби операция биләмәһендә лә баҙап ҡалманы, әлбиттә. Шунда уҡ барлыҡ ойоштороу эштәрен үҙ ҡулына алды. Азат Бадранов “унда” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күҙе лә, ҡулы ла, ҡолағы ла булды. Урында беҙҙең яугирҙәрҙең бөтә мәсьәләләре хәл ителде, шул уҡ ваҡытта бында Башҡортостанда ҡалған ғаиләләр менән дә әүҙем эш алып барылды. Аҙаҡ ил кимәлендә өлгөлө тип танылған ярҙам саралары булдырылды. Быларҙың бөтәһенә лә Азат Шамил улының ҡағылышы бар. Һәм бына, йыл ярым ваҡыт үткәс, Азат Бадранов республикаға гражданлыҡ хеҙмәтенә ҡайтты. “МХО - минең өсөн иң көтөлмәгән һәм тормошомдағы иң еңел булмаған осор. Шул уҡ ваҡытта унда барыуыма бер секундҡа ла үкенмәнем. Беҙ егеттәр менән унда был йәмғиәткә, республикаға, илгә кәрәк саҡта барҙыҡ. Яңыраҡ мине Ҡораллы Көстәрҙән республиканың башҡарма власть органдары сафына саҡырҙылар. Йәшермәйем, башҡорт йәмәғәтселегендә барған ҡайһы бер ваҡиғалар быға этәргес булды. Шул уҡ ваҡытта мин погондарҙа һәм үҙемдең командирҙар, улар араһында тәү сиратта Башҡортостан Башлығы, бойороғона буйһонам. Фронт линияһы һәм армия бөгөн минең өсөн тыуған Башҡортостанда барған ижтимағи-сәйәси процестарға ҡарағанда аңлайышлыраҡ. Тик хеҙмәт итеүсе кеше булараҡ (хәрби хеҙмәт, гражданлыҡ хеҙмәте кеүек үк, дәүләт хеҙмәте төрө генә), етәкселек билдәләгән теләһә ҡайһы ерҙә лә бурыстар башҡарырға әҙермен. Бойороҡ бар икән – ул үтәләсәк”, – тип аңлатты ул был ҡарарын. Был темаға арнап Азат Бадранов социаль селтәрҙә, ысынлап та, төплө һәм уйланған яҙма ҡалдырҙы: https://vk.com/a.badranov?w=wall140293852_5221%2Fall Уның аҫтында республикабыҙ интеллигенцияһы, дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм ябай кешеләр йөҙҙән ашыу комментарий ҡалдырҙы. Уларҙа халыҡтың етәксегә булған ысын мөнәсәбәте сағылыш тапты. “13-сө! Был позывнойҙы күп яҡташтар белә һәм хөрмәт итә. Азат Шамил улы, имен ҡайтыуығыҙ менән. Башҡараһы эштәр күп”, – тип яҙҙы БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. “Үҙ халҡының ысын улы теләһә ҡайһы фронтта ла патриот булып ҡала. Ғорурланам, Азат Шамил улы”, – тип яҙҙы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. “Һеҙҙең миҫалығыҙ – йәштәребеҙҙең тиңләшер өлгөләренең береһе, Азат Шамил улы. Ҡайтыуығыҙ менән!” – тине Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин: “Азат Шамил улы, ҡайтыуығыҙ менән! Һеҙҙең посты күп тапҡыр уҡып сыҡтым, күп нимә тураһында уйланым һәм уйландым. Һеҙҙең кеүек кешеләр бар саҡта, илебеҙ торасаҡ һәм йәшәйәсәк! Һеҙ – ысын патриот, ҙур илебеҙҙең һәм тыуған республикабыҙҙың улы”, – тине. “Шөкөр, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡанға. Көтөп алғандар: Гүзәлиә апай, Шамил ағай, Гөлфиә, ҡыҙҙарың, дуҫтарың, коллегалар – беҙ бөтәбеҙ ҙә бәхетле. Туплаған тәжрибә артабан беҙҙең тыуған төйәкте үҫтерергә ярҙам итһен, уңыштар!” – тип яҙҙы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. “Ауыр саҡта икеләнмәгән, кухняла “мин бер кемгә лә тейеш түгел” тип фекер йөрөтмәгән кешеләрҙе ҡәҙерләйем. Һинән был аҙымды бер кем дә талап итмәгән, көтмәгән ваҡытта ысын ирҙәрсә эш итеү – бик көслө. Ҡайтыуығыҙ менән”, – тип яҙҙы “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова. Һәм ошоноң ише хуплаусы фекерҙәр бик күп. Бына уларҙың тағы бер нисәһе. Вәдүт ИСХАҠОВ, БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире: – Миңә журналистарҙы МХО биләмәһенә бер нисә тапҡыр алып барырға тура килде. Ошо командировкаларҙы ойоштороуҙа, һуғыш барған ерҙәрҙә беҙҙең имен-аман йөрөп ҡайтыуыбыҙҙы тәьмин итеүҙә Азат Шамил улы Бадрановтың роле иҫ киткес ҙур булды. Тәүге командировкала бергә булған яҙыусы Мөнир Ҡунафин үҙенең юлъяҙмаһында шундай фекер әйткәйне: “Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә бөтә нимә Оло инәй янында әйләнгән кеүек, башҡорт батальондарында ла барлыҡ тормош Азат Шамил улы тирәләй әйләнгән кеүек...” Был, ысынлап та, шулай ине. Яугирҙәр, командирҙар үҙҙәренең бөтә проблемалары, хәрби-көнкүреш ихтыяждары менән иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итә. Беҙ уның ысын командир, килеп тыуған проблемаларҙы оҫта хәл итеүсе, Башҡортостан батальондарын бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүҙе яйға һалған ойоштороусы булыуын үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайттыҡ. Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, тарихсы: – Гражданлыҡ хеҙмәтенә ҡайтыуығыҙ менән! Һиңә яңы (иҫке) урында уңыштар теләйем. Бихисап ҡатмарлы һәм ябай булмаған проблемалар йыйылды, уларҙы хәл итергә кәрәк. Һинең ҡулыңдан килер тип ышанам. Рита ӨМӨТБАЕВА, журналист, продюсер : – МХО-ла минең күп таныштарым Азат Шамил улы менән бергә булды. Тәүҙә беҙ уға етәксе булараҡ һаҡ ҡына ҡарай торғайныҡ, аҙаҡ шул тиклем эҫендек, дуҫ, туған кеүек булып киттек, тинеләр. Шунан ятып, һәр беребеҙҙең ғаиләһенең бөтә проблемаларын хәл итте. Һүҙендә торған егет, – тип һөйләне яҡташтарым. Улар һөйләгән һайын Азат Шамиловичка булған ихтирамым, хөрмәтем артты. Мөнир ҠУНАФИН, яҙыусы,”Ағиҙел” журналының баш мөхәррире: – Аҡыллы һәм йөрәктән сығып яҙылған. Азат Шамил улы - ҡайҙа ла кәрәкле шәхес, уның янында һәр саҡ ер шары күсәре әйләнгән кеүек. МХО биләмәһендә ул һалдаттарҙың ағаһы ла, ҡустыһы ла, атаһы ла, маяғы ла ине. Унда булғанда күрҙек, уның эш кабинеты яу яланы ине, ул һәр саҡ алғы һыҙыҡта, һәр саҡ һалдаттар янында. Ул барыһын да тоташтырып тороусы бер күпер, ҡая булды. Әле лә шулай. Сөнки яуҙаштар ҡайҙа ғына булһа ла мәңге бергә, мәңге бер-береһенә таяныс һәм тоғро. Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, ғалим, табип, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе: – Маҡсатлы, булдыҡлы егет ул Азат! Мәскәүҙә эшләгән осорҙа студенттар ойошмаһының етәксеһе булараҡ һоҡландыра ине. Йәштәрҙе ойошторған, берләштергән, ҡурсалаған Лидер артабан һынатманы. Азат Шамил улы, һеҙҙең ғаиләгеҙгә гүзәл ҡыҙҙарығыҙҙы иҫән-һау, бәхетле тормошта үҫтерергә яҙһын! Уңыштар теләйем! Лариса АБДУЛЛИНА, шағирә, журналист: – Ғорурланып һәм тулҡынланып уҡып сыҡтым. Һеҙ - Рәсәй патриоты, беҙҙең быуатта юлды үҙегеҙ күрәһегеҙ һәм күрһәтәһегеҙ, дәүләт һәм милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең яңы юлдарын табаһығыҙ. Һеҙҙең хәрби тәжрибәгеҙ – мәңгегә. МХО биләмәһендә журналистарға һәм әҙиптәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Аҙ төбәктәр генә ҡулдарына ҡәләм алып патриотик, әҙәби бурыстарҙы үтәүгә тотондо. Хатта ошо мәсьәләлә лә һеҙ беренсе һәм алдынғы ҡарашлы булдығыҙ. Тимерғәле УРАҘҒОЛОВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар: – Азат Шамилевич менән алғы һыҙыҡта таныштыҡ. Уның егеттәргә нисек ярҙам итеүен, улар өсөн янып тороуын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ниндәй генә һорау булмаһын, махсус хәрби операциялағы бар Башҡортостан егеттәре уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Оҙон-оҙаҡ һөйләп бармай, эшен ҡылыҡтары менән күрһәтә торған ир-уҙаман. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, уңыштар юлдаш булһын! Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, журналист, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире: – Имен-аман ҡайтыуығыҙ менән, Азат Шамил улы! Тик шундай мәхшәрҙең уртаһында ҡайнап ҡайтҡан кеше генә ошондай пост яҙырға хоҡуҡлы һәм яҙа алалыр ҙа. Ысынлап та, бер аҙна командировкала булғанда, уға тиклем ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашҡанда уларҙың һеҙҙе ни тиклем ихтирам иткәненә инандыҡ. Һуңғы йыл ярым эсендә туплаған тәжрибәгеҙҙе Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтендә тулы файҙаланырға яҙһын! Фото: "Башинформ".