Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Федераль хеҙмәт һәм мәшғүллек хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Ян Талбацкий менән эш осрашыуы үткәрҙе. Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Өфөгә халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы яңыртыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу барышын тикшереү өсөн килде. Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа 12 төбәге иҫәбендә федераль проекттың икенсе этабында ҡатнаша. Уның йомғаҡтары буйынса йыл аҙағына республиканың бөтә муниципалитеттарында үҙәктәр яңыртыласаҡ. Республиканың бөтә мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы яңыртыуға сығымдар 760 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан 426 миллион һумдан ашыу. Был - проектта ҡатнашҡан бөтә субъекттар араһында алынған иң ҙур сумма. Аҡса биналарҙы ремонтлауға, шулай уҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Ян Талбацкий һүҙҙәренсә, Башҡортостан 2019 йылдан башлап модернизация лидерҙарының береһе булып тора. Комплекслы яңыртыу буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙан көтөлгән һөҙөмтәләр эш эҙләү йәки карьераны үҫтереү буйынса хеҙмәттәрҙән файҙаланыусыларҙың 80 процентҡа артыуын, граждандарҙы эшкә урынлаштырыу ваҡытының - 1,5 тапҡырға, ә эшһеҙлек ваҡытының 30 процентҡа ҡыҫҡарыуын күҙ уңында тота. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23534/