Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

25 йыл элек иҫән ҡалғандар ҙа бит...

“Крокус сити”ла һәләк булған бер туған апалы-һеңлелеләр Анна менән Татьяна Макарскаялар 1999 йылда Волгодонскиҙа теракт ваҡытында тере ҡала. Ул ваҡытта Октябрьский шоссеһында 35-се йорт янында ГАЗ-53 йөк машинаһы шартлай. Шартлау Макарскийҙарҙың фатирында тәҙрәләрҙе яра, бәхеткә күрә, ҡыҙҙар һәм ата-әсәләре иҫән ҡала. Теракт һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк була, 89 кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Ул ваҡытта Аннаға 17, Татьянаға туғыҙ йәш кенә була. Быйыл март айында 42 йәшлек Анна Ростов өлкәһенән Мәскәүгә ”Пикник” төркөмөнөң концертына юллана. Ҡатын тәүҙә Мытищи ҡалаһында йәшәгән бер туған һеңлеһе менән күрешә. Татьянаның балалары өйҙәрендә өләсәһе менән ҡала, ә Аннаның ике балаһы әсәләрен Волгодонскиҙа көткән булған. “Крокус сити”лағы теракт һөҙөмтәһендә Макарскаялар тәүҙә икеһе лә зыян күреүселәр исемлегенә индерелә, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңынан бер туғандар һәләк булыусылар исемлегендә барлыҡҡа килә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 22 мартында Мәскәүҙә “Пикник” төркөмө концерты башланыр алдынан теракт ойошторолдо. Ҡот осҡос ваҡиғала 145 кеше һәләк булды, яраланғандарҙың һаны 500-ҙән ашып китте. Сығанаҡ һәм фото: ND – Новости дня.