Унда республика биләмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар туплау нормативтарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Министрҙар кабинеты башлығы республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар туплау нормативтарының 2017 йылда уҡ раҫланыуына иғтибар итте. Андрей Назаров республика Хөкүмәте ҡарары проектын хупланы. Бөтә нормативтар 2027 йылдың 1 июленә тиклем яңынан ҡаралырға һәм раҫланырға тейеш. Башҡортостанда 2024-2030 йылдарға "Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу башлана. Уның төп йүнәлештәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта тикшерелде. Әҙерләнгән дәүләт программаһы йәштәрҙең үҙҙәренең уй-теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән һәм йәштәрҙең ижади потенциалын үҫтереүгә, асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеүгә һәм ирекмәнлек менән шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән. Андрей Назаров тәҡдим ителгән редакцияла ҡарарҙы ҡабул итерг