Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мотоцикл алып бирәйек!

Баймаҡ районының Ярат ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева махсус хәрби операция башланғандан алып һалдаттарға ярҙам ойоштороуҙа ҡатнаша. Маскировка селтәре үреү тиһеңме, йылы кейемдәр йыйыу булһынмы - уның өлгөрлөгө һоҡландыра. "Бәйләнештә" социаль төркөмөндә Миләүшә Юлдашбаева бына ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт иткән: "Хөрмәтле яҡташтарым! 428-се полкта мобилизация буйынса хеҙмәт иткән ҡаһарман ил һаҡсылары "Урал" йәки "Днепр", коляскаһы булһа бигерәк тә һәйбәт, мотоциклының дошман менән алышта иң кәрәкле транспорт төрө икәне тураһында әйтте. Яу яланында яраланған яугирҙәрҙе ошо мотоциклға һалып, тыныс урынға ташыу өсөн кәрәк ул. Һәр йәһәттән дә уңайлы – ҙур машиналар йөрөй алмаған урындан еңел үтә, яралыны тиҙ генә һалып алып китеү мөмкин. Миңә шәхсән яҙығыҙ". Ысынлап та, Миләүшә Азамат ҡыҙының фекерен беҙ ҙә хуплайбыҙ. Тиҙ арала мотоцикл табылыр тип уйлайбыҙ. Бәлки, арзан хаҡҡа һатыусы табылыр. Ә бәлки, кемдеңдер гаражында торалыр... Уға яҙығыҙ! Фото: Миләүшә Юлдашбаева.