Ошо көндәрҙә Бөрйән районында ике марал бәләгә тарыған. Бүреләр ҡыуып алып килгәнме, әйтеүҙәренсә, инәһе һәм балаһы йылға менән текә ҡая араһындағы тар ғына ерҙә ҡалған. Яңы ғына боҙ китеп, ағым да көслө булған. Малҡайҙар бер яҡҡа ла китә алмай, аптыранып ауыл ҡаршыһындағы ярҙа баҫып торған. Битараф булмаған кешеләр, атап әйткәндә, Ғәлиәкбәрҙән Урал Толомғужин менн Урал Әхтәмов кәмәлә йөҙөп барып, маралдарға ярҙам иткән. Хайуандарҙың береһе ярға менеп киткән, икенсеһе ҡар-боҙҙа бата-бата йылғаға төшөп, уны йөҙөп сыҡҡан. Бер аҙ барғас, кирегә йөҙөп сығып, урманға инеп юғалған. Ике марал осрашҡандыр тип ышанабыҙ. Афарин, бөрйәндәр! Фото һәм видео: https://vk.com/burzyandar