Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 30 мартта юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличевтың ҡайҙалығы тураһында әле һаман мәғлүмәт юҡ. Өфөлә Ағиҙел буйында юғалған малайҙарҙы ерҙән дә, һыу аҫтынан да эҙләнеләр. Һөҙөмтәлә ни бары һыңар итек кенә табылды. Был төп фаразға килтерә – малайҙар батҡандарҙыр. 5 апрелгә тиклем водолаздар уларҙы һыу аҫтынан эҙләне. Әммә ҡапыл йылытты һәм боҙ ҡуҙғалды. Ошо сәбәпле, һыу аҫтында эҙләүҙе дауам итеү водолаздар ғүмеренә хәүеф менән янай ине. Шуға күрә әлегә был эштәр туҡтатылып торҙо. Тик малайҙарҙы эҙләүҙе туҡтатмайҙар. Ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр уларҙы ерҙән эҙләй. Шулай уҡ “Лиза Алерт”тың оператив штабы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эҙләү эштәре тамамланманы, ә ваҡытлыса туҡтатылды. – Ташҡын башланыу менән һыу аҫтына төшөү хәүефле. Йылғала боҙ китә, ҙур ағастар йөҙөп йөрөй. Ташҡын буйынса хәл нормаға килгәс һәм һыу кимәле тоторо