Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 9 апрелгә ҡарата туғыҙ муниципаль берәмектәге 39 осраҡ контролдә тотола – 117 йорт яны участкаһы, алты баҡса шиҡәтенең 1056 участкаһы һәм 86 баҡса йорто, 15 автомобиль юлы участкаһы, 12 түбән урынлашҡан күпер һыу аҫтында ҡала. Тәүлек эсендә өс торлаҡ йорт бушатылған. Әле ваҡытлыса йәшәү пункттарына алты кеше, шул иҫәптән Дәүләкән ҡалаһында өс бала урынлаштырылған. Тәүлек эсендә тығындар эҙемтәләрен кәметеү маҡсатында Белорет районында Оло Әүжән йылғаһында һәм Мәсетле районында Әй йылғаһында шартлатыу эштәре башҡарылған. Гидропостарҙағы автомат контроль станциялары мәғлүмәттәре буйынса, Иглин районының Глуховский тораҡ пункты районында тәүлек эсендә һыу 35 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 584 сантиметр тәшкил иткән. Шулай уҡ Борай районының Алтай ауылында Етеҙ Танып йылғаһында һыу тәүлегенә 24 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәл 732 сантиметр булған. Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы янындағы Ағиҙел йылғаhы 65 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 342 сантиметр. Уҙған тәүлектә 112 системаhына һыу баҫыу тураһында 10 хәбәр килгән. Йыл башынан - 850 мөрәжәғәт. Һәр осраҡ буйынса оператив төркөм эше ойошторолған. Ташҡын хәлен күҙәтеү алып барыла, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында. Баш идаралыҡта оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола. Республика халҡы мониторинг система мәғлүмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында күҙәтә ала: https://gkchs.bashkortostan.ru/ Фото: Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.