Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күрһәткестәр артҡандан-арта

Сауҙа хеҙмәттәшлеге “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына ярашлы ойошторола. “Быйыл тәүге айҙа Башҡортостандан Үзбәкстанға экспорт тәьминәте күләме артты, шул уҡ ваҡытта ике республика араһындағы үҙ-ара тауар әйләнеше 94 процентҡа экспорт тарафынан тәҡдим ителгән, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Артабан беҙ ауыл хужалығы сеймалын етештереү һәм эшкәртеү өлкәһендә берлектәге предприятиеларҙы тормошҡа ашырыу һәм туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Республикабыҙҙың Үзбәкстан менән тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн, 22-24 апрелдә төбәктең рәсми һәм эшлекле делегацияһы ошо илгә барасаҡ“. Бизнес-миссияла ҡатнашыусылар өсөн бай рәсми һәм эшлекле программа ойошторола, шул иҫәптән “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия“ күргәҙмәһе сиктәрендә лә, тип хәбәр итә БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Бында Башҡортостан һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙары b2b форматында хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерәсәк. Билдәле булыуынса, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv