Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ял көндәре барыбыҙ өсөн дә һынау осоро булды

Быйыл яҙғы ташҡын осоро беҙҙең республикала көсөргәнешле үтә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 8 апрелгә ҡарата 20 муниципаль берәмектә ташҡынға бәйле 46 хәл контролдә тотола, шул иҫәптән өс торлаҡ йорт, 138 йорт яны участкаһы, 1254 баҡса участкаһы һәм 115 баҡса йорто, 21 автомобиль юлы участкаһы һәм 13 түбәндә урынлашҡан күпер. Ваҡытлыса йәшәү пункттарында ете кеше, шул иҫәптән дүрт бала (Дәүләкән районы) урынлаштырылған. Уҙған ялда Бөрйән районында хәлдәр киҫкенләште. Тәүлек эсендә райондың Тимер, Иҫке Монасип, Нәби ауылдары эргәһендәге һыу участкаларында боҙ тығылыу сәбәпле, был ерҙәрҙе һыу баҫыу ҡурҡынысы тыуҙы. Ошоға бәйле Ағиҙел йылғаһында шартлатыу эштәре башҡарылған. Әйткәндәй, Иҫке Монасип ауылында ташҡында Һарт менән Кепес яғын тоташтырған күпер емерелгән (һүрәттә). Белорет районының Түбәнге Әүжән һәм Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында шартлатыу эштәре планлаштырылған. Алдағы көндәрҙә Мәсетле районында автомобиль юлдарын, Иглин районында һәм Октябрьский ҡалаһында йорт яны биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал. Ошо йәһәттән Баш идаралыҡ халыҡтан алдан сара күреүен һорай – документтарҙы, дарыуҙарҙы, ҡиммәтле әйберҙәрҙе йыйып ҡуйырға, малдарҙы һыу баҫмаған ҡалҡыу урынға ҡыуып сығарырға кәрәк. Ғәзиз МАНАПОВ, Бөрйән районы хакимиәте башлығы: – Үтеп киткән ял көндәре барыбыҙ өсөн дә һынау осоро булды. Байназар,Тимер, Иҫке Монасип һәм Нәби ауылдарына, йылғала боҙ тығылыу сәбәпле, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаны. Йылға ярҙарынан сығып, түбәнерәк ултырған урамдар, йорттар һыу аҫтында ҡалды. Ошондай мәлдә, барыһын да контролгә алып, хәүефле урындарҙан кешеләрҙе, малдарҙы вакытында эвакуациялауҙы ойошторғандарға, техникалары менән ярҙам иткәндәргә, боҙ ҡуҙғала башлағандан алып төндәр буйы йылға һағында торған егеттәргә, бер-береһенә иғтибарлы, ярҙамсыл булған райондаштарыма ҙур рәхмәт. Шартлатыу өсөн алдан билдәләгән урындарҙа боҙ үҙе ҡуҙғалып китте, тығындар икенсе ерҙәрҙә барлыҡҡа килде. Боҙҙоң ҡуҙғалыуын тәьмин итеү өсөн, урындарҙы дөрөҫ кенә билдәләп, шартлатыу эштәрен башҡарыусыларға ла рәхмәтемде белдерәм. Шөкөр, барыһы ла имен-һау.Ташҡын йорт-ҡураларға, күперҙәргә зыян килтерҙе, хәҙер ташҡындың эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл буласаҡбыҙ. Райондаштарыма ҡарап, берҙәмлектә көс икәненә тағы ла бер тапҡыр инандым. Киләсәктә бәлә-ҡазалар һеҙҙе урап үтһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә һәм ил-йорт именлеге теләйем! Дөйөм алғанда, Бөрйән районында Тимер, Монасип һәм Байназар ауылдары эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында шартлатыу эштәре ойошторолған. “Пугачев карьеры” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә был эштәрҙе башҡарыуҙа ярҙам иткән. "7 апрелгә ҡарай Ағиҙелдә тығылып торған боҙҙар үтте, район биләмәһендә әлегә тығындар юҡ. Әммә бәләкәй йылғаларҙа хәлдең киҫкенләшеүе ихтимал, уларҙа боҙ китмәгән урындар бар, мәҫәлән, Ҡана йылғаһында. Шуға ла хәлде контролдә тотоп, артабан да күҙәтеү алып барабыҙ. Талап ителһә, халыҡты эвакуациялау сараһы ла күреләсәк", - тип һөйләне Ғәзиз Манапов "Башҡортостан" гәзите журналисына. Фото: социаль төркөмдән алынды.