Невролог Гөлнара Самарбаева әлеге көндә Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Табип Красный Луч ҡалаһындағы дауахананың реанимация бүлексәһендә ауыр хәлдәге пациенттарға консультация бирә. 300-ҙән ашыу ауырыу табиптың ҡулы аша үтте лә инде. –Үҙемдең эшем буйынса 23 йыл эшләйем инде. Тәүге хеҙмәт йылдарын Баймаҡ ҡалаһы поликлиникаһында невролог булып башланым, аҙаҡ бүлексә мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Бер аҙҙан РЖД-Медицина дауаханаһында бүлексә мөдире булып эшләй башланым, унда киҫкен ҡан әйләнеше тайпылыштары сирҙәрен дауалау буйынса ҙур тәжрибә тупланым. Был тәжрибә әлеге эшемдә бик ныҡ ярҙам итә, – тип һөйләне белгес. Табиптың әйтеүенсә, Луганск Халыҡ Республикаһында зш шарттары Башҡортостандағы менән сағыштырғанда байтаҡҡа айырыла, әммә ул быға әҙер булыуын белдерҙе. –Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға китеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә хәүефләнмәнем. Кешеләргә ярҙам итергә мөмкинлек тыуғанға шатландым ғына. Мин бында туплаған бөтә эш тәжрибәһ