Бөгөн – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө. Илебеҙҙең төрлө осоронда ла был һөнәр иң кәрәкле булып ҡала. Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы эшенә илебеҙҙең хәүефһеҙлеге бәйле. Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәрен урындарҙа район хакимиәте башлыҡтары ҡотланы. Ришат АҠТУҒАНОВ, Миәкә районы хакимиәте башлығы: – Хәрби комиссариаттарға яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ мобилизация мәсьәләләрен хәл итеүҙә, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә, Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтен нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Ватанды ышаныслы һаҡлаусыларҙы әҙерләү, илдең милли именлегенең мөһим өлөшө булған көслө, заманса армияны булдырыу өсөн һеҙҙең иңегеҙҙә ҙур яуаплылыҡ ята. Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы, тәжрибәһе һәм эшенә тоғролоғо һеҙгә был ауыр ваҡытта ҡуйылған бөтә бурыстарҙы уңышлы үтәргә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, профессионаллек һәм эшһөйәрлек, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгән һәм хеҙмәт бурысына тоғролоҡ өсөн рәхмәт һеҙгә! Ватаныбыҙ именлеге, ныҡлы һаул