8 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, Стәрлетамаҡтағы “Красный пролетарий” акционерҙар йәмғиәтенең 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау һәм уны артабан үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Күп йылдар дауамында предприятие юғары сифатлы сериялы нефть промыслаһы ҡорамалдары, шулай уҡ сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн стандарт булмаған ҡорамалдар етештереүсе иң ҙур предприятие булып тора. “Красный пролетарий” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Елена Нечепоренко хәбәр итеүенсә, 2023 йылда завод етештерелгән тауар продукцияһының күләмен бер йыл элекке менән сағыштырғанда ике тапҡырға – 249 миллиондан 513 миллион һумға тиклем арттырған. Сәнәғәт производствоһы индексы дүрт тапҡырға тиерлек артты. Әҙер продукцияны һатыуҙан килгән табыш өсләтә артҡан – 204 миллиондан 615 миллион һумға тиклем. Экспорт өлөшө өс тапҡырға – 25 миллиондан 77 миллион һумға тиклем артҡан. 2023 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны ла 75 процентҡа артҡан, предприятиела 344 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 21 процентҡа үҫкән – 48483 һум тәшкил итә. Елена Нечепоренко 2023 йылда заводта яңы эшмәкәрлек йүнәлештәрен үҙләштереүҙәре хаҡында һөйләне. Улар иҫәбендә – сит ил двигателдәрен ремонтлау, импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә запас частарҙың реверс-инжинирингы, сит ил двигателдәренә запас частарҙың аналогтарын әҙерләү, насостарға запас частар етештереү, дизель-генератор ҡулайламаларын сығарыу. Шулай уҡ предприятиела деталдәрҙе газ-динамик өрҙөрөү алымы менән тергеҙеү участкаһы ойошторолдо. Ғәмәлгә индерелгән технологиялар продукцияның яңы төрҙәрен сығарырға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, А5-40ТС1 күтәреү агрегаты һәм ПНУ-2 күсмә насос ҡулайламаһы. “Красный пролетарий” акционерҙар йәмғиәте сығарылған изделиелар исемлеген артабан киңәйтеү өсөн станоктар паркын яңыртыу программаһына тотондо. Завод ремонт эштәрен башҡарыу өсөн уникаль иретеп йәбештереү ҡорамалдары, шулай уҡ парониттан һәм резина-техник изделиеларҙан төрлө конфигурациялы изделиеларҙы бесеү өсөн һан менән программаланған идара итеү станоктары һатып алған. Предприятиеның генераль директоры билдәләүенсә, 2023 йылдың июлендә уҡыу үҙәге эшләй башлаған. Бында иң яҡшы уҡытыусыларҙы йәлеп итеп, хеҙмәткәрҙәр өсөн уҡытыу курстары һәм тренингтар үткәрелә. 2024-2026 йылдарға иң перспективалы йүнәлештәр иҫәбендә Елена Нечепоренко газ-поршенлы электр станцияларын етештереүҙе һәм 100-ҙән 140 тоннаға тиклем күтәреү агрегаттарын, двигателдәр сығарыу менән дизель-генератор ҡулайламаларын етештереүҙе, йөк һәм пассажир вагондарының запас частары серияһын эшләтеп ебәреүҙе, шулай уҡ Башҡортостандың машиналар эшләү сәнәғәт кластерына инеүҙе атаны. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса завод оҙатылған продукция күләмен – 2 миллиардҡа, ә 2026 йылға 3 миллиард һумға тиклем арттырырға ниәтләй. Шулай уҡ планда - 2024 йылда экспорт өлөшөн 30 процентҡа - йылына 100 миллион һумға тиклем үҫтереү, яҡын сит илдәрҙә - Әзербайжанда, Ҡазағстанда, Белорусияла ҡатнашыуҙы киңәйтеү. Кадрҙарға ихтыяж тураһында һөйләгәндә Елена Нечепоренко, сығарылыш класы уҡыусыларын “Красный Пролетарий” акционерҙар йәмғиәтенә эшкә урынлаштырыу маҡсатында, республика машиналар эшләү йүнәлешендәге колледждарында бюджет урындары иҫәбен арттырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. – “Красный пролетарий”ҙың уңышлы үҫешеүенә бик шатбыҙ. Был Стәрлетамаҡ өсөн мөһим предприятие. Һөҙөмтәле менеджмент өсөн рәхмәт һеҙгә, – тине Радий Хәбиров. – Колледждарҙа бюджет урындарын арттырыу йәһәтенән беҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығына предприятие менән бергә хәрәкәт итергә кәрәк. Һеҙҙең машина эшләү кластерына инеүегеҙҙе лә хуплайбыҙ. Завод өсөн был файҙалы буласаҡ. Әгәр һеҙ вәғәҙә иткәнсә 2024 йылды 2 миллиард һумдан тамамлаһағыҙ, был иҫ киткес күрһәткес буласаҡ. Артабан хәрәкәт итегеҙ! Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.