8 апрелдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тикшерелде. Республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2024 йылда яҙғы сәсеүҙе ҡаты бойҙай, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар сәсеүлектәрен арттырыу менән 2,078 миллион гектарға тиклем еткерергә күҙаллауҙарын хәбәр итте. Бынан тыш, яңы уңышҡа былтыр 390 мең гектар ужым культуралары сәселгән, был 2022 йыл күрһәткесенән 31,5 процентҡа күберәк. Яҡынса баһалауҙар буйынса, сәсеүлектәрҙең 95 процентҡа яҡыны яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек торошта. Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн Башҡортостанда тейешле техника әҙерләнгән. Әле булған 11 мең тракторҙың 7,6 меңдән ашыуы техник тикшереү үткән. 2024 йылдың ғинуар-мартында республика хужалыҡтары 1,5 миллиард һумға 325 берәмек яңы техника һатып алды, тип өҫтәне вице-премьер. Төбәк хужалыҡтары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары менән тәьмин ителгән, шулай уҡ кәрәкле а