Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө-Арена” спорт комплексы алдында “Башавтотранс” филиалдары етәкселәренә яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. –Яңы автобустар бөтә республика буйынса, илебеҙ төбәктәре араһында йөрөйәсәк, шул иҫәптән көньяҡ йүнәлештә, ҙур форумдар үткәргән саҡта, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса билдәләргә теләйем, был уңайлы автобустарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылыр хәрби бурыстарын үтәү өсөн юлға сығасаҡ. Төбәк етәксеһе дәүләт пассажирҙар ташыусыһына тәьҫирле эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың “Башавтотранс”ҡа техниканы яңыртыуҙа ярҙам итәсәген билдәләне. –Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы илтеүҙә ҡатнашҡан водителдәргә рәхмәт белдергем килә. Был бик ауыр, әммә мөһим кәрәкле хеҙмәт. Һеҙгә бының өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ “Башавтотранс” автобустары паркын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ, ул – Волга буйы округында иң йәш ойошмаларҙың береһе. Һеҙҙең бурыс – сифатлы хеҙмәт күрһәтеү, пассажирҙар менән һәйбәт мөғәмәлә урынлаштырыу һәм, әлбит