Каратэ менән шөғөлләнгән кеше, ғәҙәттә, спортта ғына түгел, тормошта ла төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ҙур рухи көскә эйә. Ни тиһәң дә, бала саҡтан был спорт төрө менән шөғөлләнгәндәр көслө, етеҙ, түҙемле, ҡыйыу һәм тәүәккәл булыусан. Бынан тыш, каратэ һаулыҡты нығытыуға, төрлө көсөргәнешле хәлдәрҙе еңеп сығыуға, үҙ-үҙеңә ышаныс барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. Бөгөнгө геройым Салауат Хәйбуллин – Әбйәлил районының Асҡар ауылы егете. Әсәһе Лариса Самсоновна Хәйбуллина уны һәм апайҙары Эльвина менән Айлинаны яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайҙары Рауил Юлай улының ғүмере иртә өҙөлгән. Ул спортты, бигерәк тә хоккейҙы яратҡан, ә бына уның улы Салауат иһә каратэны үҙ иткән. Ә бына Эльвина менән Айлина ваҡытында гимназияны “алтын” миҙалға тамамлаған. Хәҙер социолог һәм программист булып эшләйҙәр. – Ун йәшем тулғас, ошо спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә теләнем һәм район үҙәгендә урынлашҡан спорт балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенә барҙым, – ти Салауат Хәйбуллин. Әле егет Әб