Найти в Дзене

Ҡөрьәндән тәғәүүҙ (Аллаһтан яҡлау һорау) өсөн ҡайһы сүрәләр иң яҡшылары?

165. Ҡөрьәндән тәғәүүҙ (Аллаһтан яҡлау һорау) өсөн ҡайһы сүрәләр иң яҡшылары?

Яуап: Әл-Фәләҡ һәм Ән-Нәәс сүрәләре

Быға дәлил

Хәҙис Әбү Сәғид Әл-Худри رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم ике һаҡланыу сүрәһе(Фәләҡ һәм Нәәс сүрәләре) төшөрөлгәнсе Ендәрҙән һәм күҙ тейеүҙән Аллаһтан һыйыныу һорай торған ине. Был ике сүрә төшкәс, ошо ике сүрәнән башҡа нәмәләрҙе ҡалдырҙы". (Сүнән Тирмиҙи (2058), Мишкатүл-масаабих (4563)).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға