Шайтан үҙенең төп маҡсатына өлгәшер өсөн ниндәй ысулдар ҡуллана?
Яуап: Кешеләрҙе Йәһәннәмгә илтеү өсөн ошо ысулдарҙы ҡуллана:
1 - Ширк һәм көфөрлөк
Аллаһ әйтә كَمَثَلِ الشَّيطانِ إِذ قالَ لِلإِنسانِ اكفُر فَلَمّا كَفَرَ قالَ إِنّي بَريءٌ مِنكَ إِنّي أَخافُ اللَّهَ رَبَّ العالَمينَ "Монафиҡтарҙың хәле шайтандыҡы кеүек. Ул Шайтан кешегә "Көфөрлөк килтер", - тине. Кеше кәфер булғас, Шайтан уға "Мин һинән биҙеп, йыраҡ булдым. Сөнки, мин Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһтан ҡурҡамын", -тине". (Әл-Хәшр сүрәһе, 16-сы аят)
Аллаһ әйтә لَعَنَهُ اللَّهُ وَقالَ لَأَتَّخِذَنَّ مِن عِبادِكَ نَصيبًا مَفروضًا وَلَأُضِلَّنَّهُم وَلَأُمَنِّيَنَّهُم وَلَآمُرَنَّهُم فَلَيُبَتِّكُنَّ آذانَ الأَنعامِ وَلَآمُرَنَّهُم فَلَيُغَيِّرُنَّ خَلقَ اللَّهِ وَمَن يَتَّخِذِ الشَّيطانَ وَلِيًّا مِن دونِ اللَّهِ فَقَد خَسِرَ خُسرانًا مُبينًا "Аллаһ шайтанды Ләғнәтләне. Шайтан әйтте: "Мин Һинең ҡолдарыңдан билдәле насип булған өлөшөн алырмын. Мин уларҙы аҙаштырасаҡмын, хыялдарға бирҙерәсәкмен, әгәр әмер итһәм, улар малдарының ҡолаҡтарын ҡырҡырҙар һәм Аллаһтың мәхлүктәрен үҙгәртәсәктәр". Кем дә кем, Аллаһ урынына шул Шайтанды дуҫ итеп алды, ул асыҡ хәсрәткә дусар булды". (Ән-Нисә сүрәһе, 118-119-сы аяттар)
2 -Гонаһ һәм бидғәттәргә этәреү
Аллаһ әйтә إِنَّما يَأمُرُكُم بِالسّوءِ وَالفَحشاءِ وَأَن تَقولوا عَلَى اللَّهِ ما لا تَعلَمونَ "Шайтан һеҙгә төрлө яман һәм фәхишәле эштәрҙе эшләргә, һәм Аллаһ тураһында һеҙ ялған һөйләһен тип әмер итә". (Әл-Бәҡара сүрәһе, 169-сы аят)
3 - Аллаһҡа итәғәт итеүҙән сығарыу
Аллаһ әйтә لَأَقعُدَنَّ لَهُم صِراطَكَ المُستَقيمَ "Мин уларҙы Тура юлыңдан азаштырып ултырасаҡмын, - тип Иблис әйтте". (Әл-Әғраф сүрәһе, 16-сы аят)
4 - Араларында дошманлыҡ сәсеү إِنَّما يُريدُ الشَّيطانُ أَن يوقِعَ بَينَكُمُ العَداوَةَ وَالبَغضاءَ فِي الخَمرِ وَالمَيسِرِ "Иҫерткес эсемлек һәм ҡомарлы уйындар менән Шайтан һеҙҙең арала дошманлыҡ һәм асыу тыуҙырырға теләй". (Әл-Мәидә сүрәһе, 91-се аят)
5 - Ғибәҙәтте боҙор өсөн Үәсүәсә эшләй, мәҫәлән намаҙ уҡыған саҡта.
Хәҙис Әбү Һүрайра رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Намаҙға Аҙан әйтелһә, Шайтан эсендәге насар һауаһын тауыш менән сығарып, Аҙан тауышынан йыраҡҡа ишетмәҫ өсөн ҡаса... Шунан кире килә, кеше һәм уның йөрәге араһында уйҙар һалыр өсөн..". (Сахих Бухари 608, Сахих Муслим 389).
6 - Әгәрҙә БИСМИЛЛӘҺИ тип әйтмәһәләр, улар менән бергә ашай, эсә, балаларына тәьҫир итә, бергә йоҡлай.
Аллаһ әйтә وَاستَفزِز مَنِ استَطَعتَ مِنهُم بِصَوتِكَ وَأَجلِب عَلَيهِم بِخَيلِكَ وَرَجِلِكَ وَشارِكهُم فِي الأَموالِ وَالأَولادِ وَعِدهُم وَما يَعِدُهُمُ الشَّيطانُ إِلّا غُرورًا"Эй, Иблис, көсөң еткәндәрҙе тауышың менән аҙҙыр, уларға ҡаршы үҙеңдең атлы һәм йәйәүле ғәскәреңде күтәр, уларҙың малдарында, балаларында ҡатнашлыҡ ҡыл. Вәғәҙәләр бир уларға. Ысынлыҡта, Шайтандың вәғәҙәһе ялғандыр!". (Исра сүрәһе, 64-се аят)
Хәҙис ..Әгәр кеше йортона Аллаһты ҙекер итмәй инә икән, Шайтан әйтер "Беҙ бөгөн йоҡларға урын таптыҡ", - тиер. Әгәр кеше шул уҡ ашар алдынан Аллаһты ҙекер итмәһә, Шайтан "Беҙ бында йоҡларға урын һәм ашарға киске аш таптыҡ", - тиер". (Сахих Муслим, 2018).
7 - Ҡайһы бер алама хайуандарға ярҙам итә, мәҫәлән, йорттарҙы яндырыр өсөн сысҡандарға ярҙам итә. Ибн 'Әббәс رضي الله عنهما әйтте: "Әйтте Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم: "Йоҡларға йыйынһағыҙ, шәм-яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндерегеҙ, сөнки Шайтан ошоноң һымаҡҡа (сысҡанға) янғын сығарыуға ҡоторта, һәм һеҙҙе яндыра". (Сүнән Әби Дәүд, 5247, Силсиләтү Әхәәдиҫ Әс-Сахихә 1426).
8 - Кешене үлер алдынан башын бутарға, аңын томалатып диненән баш тарттырырға килә Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم ошолай итеп Аллаһтан һораны وَأَعُوذُ بِكَ أَنْ يَتَخَبَّطَنِي الشَّيْطَانُ عِنْدَ المَوْتِ "Үлер алдынан Шайтандың бутауҙарынан Һиңә һыйынамын". Сүнән Нәсәи, 5532.
9 - Кешегә Шайтан тейеүе (المس)
Аллаһ әйтә الَّذينَ يَأكُلونَ الرِّبا لا يَقومونَ إِلّا كَما يَقومُ الَّذي يَتَخَبَّطُهُ الشَّيطانُ مِنَ المَس"Рибаны ашағандар, Шайтан ауырыуы тейелгән кешеләр кеүек торасаҡтар". (Әл-Бәҡара сүрәһе, 275-се аят).
Фәйсал ибн Мисфирҙың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. https://t.me/kanzulatfalbashkortsa