“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Программаның маҡсаты – медицина ярҙамын халыҡтың ихтыяжына ярашлы йәшәгән урынға яҡын ерҙә күрһәтеү. Әйткәндәй, был районда 10-сы модулле объект. Бинала фельдшер кабинеты, процедура, персонал һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр булдырылған. Халыҡты фельдшер Азалия Әхмәтйәнова ҡабул итәсәк. Пациенттарға планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Бинаға коммуникациялар, электр уты, һалҡын һәм ҡайнар һыу үткәрелгән. Азалия – ошо ауыл ҡыҙы, Өфө медицина колледжын тамамлап, 18-се дауахана поликлиникаһында фельдшер булып ике йыл эшләй. Тыуған ауылына эшкә “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса ҡайтҡан. Ауылда 240 кеше йәшәй, шуларҙың 60-ы - балалар. Бер сабыйға әле 1 йәш тә тулмаған. – Ғүмәр ауылы халҡының ҡыуанысын беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ. Ауыл халҡы тәүге медицина ярҙамы алыуҙан тыш, бында диспансерлаштыры