Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙҙарына Кирилл тип исем ҡушҡандар...

Элек беҙҙең ауылда йәшәгән бер инәйҙең: "Балаһын тапҡандар, ә бына исемен таба белмәгәндәр", -тип әйткән һүҙе лаҡапҡа әүерелгән ине. Әлеге хәбәрҙе ишетһә, ул бөтөнләй телдән ҡалыр ине... Ысынлап та, ҡайһы саҡта ата-әсәләрҙең балаларына һайлаған исемдәрҙән аптырап ҡалаһың, дөрөҫ ишетмәнемме тип ҡат-ҡат һорап та ҡуяһың. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда тыуған ҡыҙҙарына ата-әсәһе Кирилл тип исем ҡушҡан. Ир-егеттәр исемен... Көлөрһөңме, иларһыңмы... Шулай уҡ ҡыҙҙарға Мирай, Севиль и Эммилия тип һирәк осраған исемдәр булһа, малайҙарға Ронель, Анир, Сөләймән һәм Серафим тигән ятыраҡ исемдәр ҡушылған. Ә һеҙҙең ул һәм ҡыҙҙарығыҙ ниндәй матур исемдәр йөрөтә? Уларҙың ни аңлатҡанын беләһегеҙме? Фото: newtambov.ru