Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иртәгә Себергә эшкә китергә йыйынған

Шәмбе төнөндә Ишембай ҡалаһында урынлашҡан төнгө клубта ике төркөм араһында низағ сыға. Ғауға һуғышыуға күсә һәм бер кеше сумкаһынан пистолет алып, атып ебәрә. Тик пуля тәғәйен кешегә түгел, ә низағҡа ҡағылышы булмаған яңылыш шаһитҡа тейә. Егетте ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр, ә атҡан кеше ваҡиға урынынан ҡаса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғылы хәбәр билдәле булды: егет вафат булған. Хәбәр ителеүенсә, уға 23 йәш, исеме Данил Р. Пуля уның сикәһенә тейгән һәм тулыһынса мейеһен онтаған. Уға тере ҡалыу өсөн бер мөмкинлек тә ҡалмаған. Данил колледжда уҡыған, вахта менән эшләгән. Әйткәндәй, иртәгә ул эшкә китергә йыйынған. Һәр саҡ изге күңелле, яуаплы булған тип һөйләй уның тураһында яҡындары. Егеттең әсәһе әйтеүенсә, улы аңына ла килмәй һәләк булған. Улар реанимацияға килеп, уның ғүмеренең һуңғы минуттарын ғына күреп өлгөрә. Данил шул саҡта йән бирә. Йәш егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "Моя Уфа" порталы.