Бөгөн Рәсәйҙә яңы байрам – Ауырлы ҡатындар көнө билдәләнә. Уны беҙ йылына ике тапҡыр билдәләйәсәкбеҙ – 7 апрелдә һәм 7 октябрҙә. Яҙын тормош яңыра, ә көҙөн ул емештәре менән һөйөндөрә. Ә “7” һаны – ғаиләне (семьЯ) һынландыра. Йөклө ҡатындар - үҙенсәлекле йән эйәләре, уларҙың организмында бер юлы ике йөрәк тибә. Йөклөлөк – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн гүзәл ваҡыт, тап шул ваҡытта беҙ уларға яҡшы мөнәсәбәт, хәстәрлек күрһәтергә тейешбеҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се дауахана ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ошо көндө байрамса билдәләнеләр. Бүлексә мөдире Ләйсән Солтанғәлиева буласаҡ әсәләрҙе сәләмләп ҡаршыланы, ә иерей Артемий рухи-әхләҡи ҡиммәттәр, әсә булыуҙың бөйөклөгө, уның бурыстары һәм шатлыҡтары тураһында әңгәмәләште. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы психологы Анжела Тимерханова буласаҡ әсәләр менән күп йыллыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында һөйләне. Бала көткән ҡатындар йөрәк аҫтында йөрөткән улы йәки ҡыҙының шатлығы менән уртаҡлашып, ҙур йөрәк төшөрөлгән