Силәбелә 4 апрелдә “Силәбе өлкәһенең билдәле башҡорттары: тарих һәм хәҙерге заман” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм "Бөтә Рәсәй юҡҡа ғына хәтерләмәй” тарихи картиналар күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Юлдаш Йосопов, Эльбрус Ниғмәтуллин етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре делегацияһы булды. Конференция Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге булышлығында Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан “Урал һәм Себер башҡорттары” төбәк-ара фестивале сиктәрендә Силәбе өлкәһенә йәмәғәт ярҙамы штабы майҙансығында ойошторолдо. Форумда власть органдары вәкилдәре, милли-мәҙәни берләшмәләр етәкселәре һәм активистары, ғалимдар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Онлайн-трансляцияға Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған өлкәләренең, Пермь крайы һәм Ханты Манси автономиялы округы – Юграның башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡушылды. Үҙ докладтарында спикерҙар Силәбе өлкәһе башҡорттары тарихы, Башҡо
Беҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәләрен йәш быуын лайыҡлы баһалар тип ышанам
7 апреля 20247 апр 2024
1 мин