Найти тему
Башҡортостан гәзите

Экспорт күрһәткесе үҫешеүен дауам итә

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы менән Төркиә Республикаһының үҙ-ара тауар әйләнеше 2024 йылдың ғинуар йомғаҡтары буйынса 2023 йылдың ғинуар күрһәткесе менән сағыштырғанда 83,6 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта ике республика араһындағы тауар әйләнеше 88 процент Башҡортостандан Төркиәгә экспорт тәьминәтенән тора. 2023 йылда Төркиә Башҡортостандың контрагент илдәре араһында икенсе урынды биләй, 2024 йылдың ғинуарында ла уны һаҡлап ҡала. – Экспорт күрһәткесе үҫеш динамикаһын күрһәтеүен дауам итә. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙҙан Төркиәгә экспорт тәьминәте күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 123,2 процентҡа, ә 2024 йылдың ғинуарына ҡарата ике тапҡырға артҡан. Химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия продукцияһын, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы тауарҙарын килтереүҙе экспорт йәһәтенән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре тип иҫәпләйбеҙ. Мәҫәлән, үткән аҙнала Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы төбәк вәкиле Марат Танһыҡҡужин етәкселегендә төркиә делегацияһы ағас эшкәртеү предприятиеларының етештереү ҡеүәттәре менән танышыу өсөн Башҡортостанға килде, – тип фекерен уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Былтыр Башҡортостандан Төркиәгә экспорт тауарҙары башлыса минераль продукттарҙан, химия сәнәғәте продукцияһынан, башҡа тауарҙарҙан, аҙыҡ-түлек тауарҙарынан һәм сеймалдан, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәрҙән, металдарҙан һәм уларҙан әйберҙәрҙән, машиналар эшләү продукцияһынан торҙо. Төркиәнән Башҡортостанға импорт, үҙ сиратында, машиналар эшләү продукцияһы, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, минераль продукттар, металдар һәм уларҙан әйберҙәр, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәре, башҡа тауарҙар, туҡыма, туҡыу әйберҙәре һәм аяҡ кейеме килтереүҙән тора. Ике республиканың инвестицион хеҙмәттәшлек йәһәтенән түбәндәге өлкәләр көнүҙәк булып тора: фармацевтика, машиналар эшләү, мәғлүмәт технологиялары, ауыл хужалығы, туризм. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Башҡортостанда Төркиәнең “Özfatihler Vinç” компанияһы менән берлектә йөк күтәреү ҡорамалдары етештереүҙе башлау буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин һөйләне. – 2024 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһында йөк күтәреү ҡорамалдары етештереүсе төрөк компанияһы делегацияһы булды. Төркиә инвесторҙары Өфө районында инвестиция майҙансығын һайланы. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре алып барыла, уларҙы быйыл июнь айына тамамлау планлаштырыла. Кран-комплекттар килтерелгән, технологик ҡорамалдарға заказ бирелгән. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме, төҙөлөш-монтаж эштәрен иҫәпкә алмағанда, 110 миллион һум тәшкил итә. 3 – 5 апрелдә компания вәкилдәре СПТО-ның 15-се халыҡ-ара махсус техника һәм күтәреү-транспорт ҡорамалдары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Үҙҙәрен Өфө заводы итеп күрһәткән крандар киләсәктә лә инвесторҙарға етештереүселәр булараҡ ҡына түгел, технологик продукция экспортерҙары булараҡ та ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Марат Танһыҡҡужин. Белешмә: 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының дөйөм тауар әйләнеше күләмендә Төркиә Республикаһы сит ил партнерҙары араһында алтынсы урында була. 2023 йылда Башҡортостандың Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы буйынса тәүге 10 контрагент ил иҫәбенә Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Латвия, Ҡырғыҙстан, Германия, Нидерландт инде. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү. Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru